+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
12 Апрель 2021, 12:33

ТАЛПАНДАР УЯНА БАШЛАНЫ

"Һаҡланғанды һаҡлармын", тигәнде онотмайыҡ

Талпан энцефалиты вирусы - ул үҙәк нерв системаһын зарарлаусы ауырыу. Талпан энцефалиты вирусы яҙ һәм йәй айҙарында күҙәтелә. Был ҡанһурғыстар йүкә, уҫаҡ ағастары үҫкән, ҡуйы үлән ҡаплаған ҡатнаш урмандарҙы ярата, күберәк тар юл, юл ситендә тупланалар. Әүҙемлектәре тәүлек дауамында үҙгәреп тора: ҡояшлы аяҙ көндәрҙә күтәрелә, көндөҙгө эҫе сәғәттәрҙә кәмей. Талпан кейемгә йәбешкәндән һуң, тәндең асыҡ урынын эҙләп, өҫкә үрмәләй. Шуға күрә талпан үтеп кермәҫлек итеп кейенеү мөһим. Асыҡ төҫлө әйбер кейһәң, бөжәк күҙгә тиҙ ташланасаҡ. Аяҡҡа резина итек кейергә, күлдәк еңдәрен беләҙектән резина менән тарттырып ҡуйырға кәрәк. Муйын асылып тормаһын.
Урмандан ҡайтҡас, кейемде, тәнде яҡшылап тикшереп сығырға кәрәк. Өҫкө кейемде ишек алдында уҡ һалып ҡалдыралар. Кәүҙәнең йөн менән ҡапланған өлөштәренә, ҡултыҡ аҫтына, ҡолаҡ артына иғтибар итеү мөһим.
Әгәр талпан тәнгә ҡаҙалып өлгөргән булһа, уны, мороно өҙөлөп ҡалмаһын өсөн, һаҡлыҡ менән генә тартып сығарырға кәрәк. Ул урынға 10-15 минутҡа ниндәй ҙә булһа май һөртөп тотһаң, талпан еңелерәк сыға. Бының өсөн пинцет ҡулланалар һәм һаҡ хәрәкәттәр менән төрлө яҡҡа ҡайырып тартып сығаралар. Башы өҙөлөп ҡалған осраҡта, утта ҡыҙҙырылған, йәки спиртта тотолған энә менән аҡтарып алалар. Унан һуң ул урынға йод эретмәһе, спирт, хушбуй һөртәләр.
Талпан тешләгән кешеләр барыһы да медицина учреждениеһына килеп табипҡа күренергә тейеш. Кешенең сәләмәтлеге 21 көн дауамында күҙәтеү аҫтында була.
Был ауырыу талпан тешләүҙән килеп сыға. Талпан энцефалитының башланыу осоро бер көндән утыҙ көн аралығында тирбәлеп, уртаса 7-14 көн дауам итә.
Ауырыу 1-2 көндән һуң арыу, хәлһеҙлек тоя, үҙен насар тоя. Ҡайһы ваҡыт муйын һәм яурындарҙа, бил өлөшөндә ауыртыу һиҙелә, ойота, баш ауырта башлай.
Читайте нас: