+26 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
7 Апрель 2021, 13:09

7 АПРЕЛЬ - БӨТӘ ДОНЪЯ СӘЛӘМӘТЛЕК КӨНӨ

БАЛАНЫҢ ҺАУЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДАБѳгѳнгѳ кѳндә мәктәпкә барасаҡ балаларҙың иң ҙур проблемаһы — һаулыҡтарының торошо. Ниндәй генә ауырыу булмаһын, бигерәк тә йыш һалҡын алдырыуҙан бала организмының функциональ мѳмкинлектәре кәмей. Ундай балалар үҙҙәренең эшмәкәрлеген ойоштора, ниндәйҙер эшкә тиҙ генә ҡушылып китә йә бер эш тѳрѳнән икенсеһенә күсә алмай. Былар рәтенә иғтибарһыҙлыҡ, мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдыра алмауҙы ла индерергә мѳмкин.

Йоғошло, киҫкен ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалау мотлаҡ. Сѳнки улар, хроник ауырыуҙарға әйләнеп, баланың үҫешенә ҡамасаулауы бар.

6-7 йәштәге балаларҙың 90 проценты теш ауыртыуына зарлана. Боҙоҡ тештәр бала организмында инфекция ояһы булып тора. Ангина, хроник тонзиллит, йѳрәк, бѳйѳр, быуын, ашҡаҙан ауырыуҙары ла күп осраҡта тештәрҙең һау булмауына бәйле.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар тын юлы, ишетеү (ЛОР) ағзалары ауырыуҙары менән дә йыш ауырый. Хатта беҙ иғтибар итмәгән тымау ҙа мейегә һәм үпкәләргә кислородтың үтеп инеүенә ҡамасаулай, шунлыҡтан бала тиҙ арый, эш һәләте түбәнәйә. Танау менән тын алыу ауырлашыу һәм кислород етешмәү сәбәпле баланың дѳйѳм үҫеше тотҡарлана.

Ангина ла инфекция сығанағы. Ул йыш ҡына йѳрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына сәбәпсе була. Шуның ѳсѳн дә ҡолаҡ, тын юлы ауырыуҙарын выҡытында, мәктәпкә барғансы уҡ дауалау мѳһим.

Һуңғы йылдарҙа күреү һәләтенең кәмеүе актуаль проблемаға әйләнде. Күрәшлек (близорукость) хәүефе булғандарға йышыраҡ саф һауала йѳрѳргә, хәрәкәтләнергә, махсус күнегеүҙәр эшләргә кәңәш итәбеҙ.

Ѳҫтәл йәки парта артында дѳрѳҫ ултырмау ҙа бала үҫешенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Бер торошта хәрәкәтһеҙ оҙаҡ ултырыу умыртҡа һѳйәгенең дѳрѳҫ үҫмәүенә һәм уға бәйләнешле башҡа ағзаларҙың да ауырыуына килтерә. Уларҙы булдырмау ѳсѳн түбәндәге сараларҙы ҡулланыу мѳһим:

* саф һауала хәрәкәт уйындары;

* иртәнге күнекмәләр;

* сынығыу;

* дѳрѳҫ һайланған йорт йыһазы һәм етешле яҡтылыҡ;

* баланың һынын, торошон тѳрлѳ уйын барышында күҙәтеү;

* айырым комплекслы күнекмәләр.
Баланың нервы һәм психик һаулығына айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген дә онотмағыҙ. Бындай ауырыуҙың сәбәптәре күп. Күбеһенсә үҙәк нервы системаһының органик зарарланыуы нигеҙ булып тора. Уның сәбәптәре: әсәнең йѳклѳ йәки бала тапҡан осорҙа йыш ауырыуы, тыуған саҡта алған баш йәрәхәте һ.б.

Ғаиләләге иреш-талаш, ата-әсәнең алкоголизмы, ғаиләнең тарҡалыуы, балаға ҡаты бәрелеү йәки ҡурҡытыу кеүек психик травмалар невротик йәрәхәттәрҙең сәбәптәре булып тора.

Кѳсѳргәнешле дәрестәр, баланың үтә ныҡ арыуы, саманан тыш талап итеүҙәр невротик факторға инә. Тиҙ генә тәьҫиргә бирелеүсән, борсолоусан, шикләнеүсән, ҡайғырыусан, нерв системаһы насар булған балалар неврозға тиҙ бирелә.

Невротик симптомдарға түбәндәгеләр инә:

* йоҡоноң боҙолоуы;

* аппетиттың юҡлығы;

* баш (эс) ауыртыуы;

* ҡурҡыу;

* тотлоғоу;

* тартышыу, бәйләнсек хәрәкәттәр;

* тынғыһыҙлыҡ, ултырышһыҙлыҡ;

* һүлпәнлек, тотҡарланыу.

Юғарыла һанап кителгән күренештәрҙең береһен тойоу менән, үҙенән-үҙе үтеп китәсәк, тип уйларға ярамай, киреһенсә, неврологка йәки психиатрға мѳрәжәғәт итеү урынлы.

Баланың мәктәпкә әҙерме йәки түгелме икәнлеген уның нерв системаһының торошона ҡарап белергә була. Бигерәк тә энцефалопатия диагнозлы балалар йыш осрай. Уларҙың нервы системаһы зарарланған була. Сәбәбе—йѳклѳ саҡта, бала тапҡанда инфекция ауырыуҙары йәки баш мейеһенең зарарланыуы. Һѳҙѳмтәлә, телмәрҙең насар үҫешеүе, иҫәп-хисап, уҡыу, яҙыу күнекмәләренең үҫешмәүе йәки насар үҫеше, артыҡ хәрәкәтсәнлек нерв системаһы торошоноң түбәнлеген билдәләй. Бындай балаларҙың хәрәкәте теүәл түгел, уларҙың бармаҡ моторикаһы үҫешмәгән, ручканы дѳрѳҫ тотмай, яй һәм насар яҙа.

Үтә хәрәкәтсән балалар ултырышһыҙ, тиктормаҫ, тиҙ тоҡаныусан, ҡайһы ваҡытта агрессив була. Улар, кәрәгенән артыҡ хәрәкәтсән булыу сәбәпле, дәрестә тик кенә ултыра алмай, йә бер туҡтауһыҙ аяҡтарын һелкетә, йә ҡулдары менән кейемдәрен тартҡылай, нимәлер менән булыша, партаны соҡой һ.б. Бындай бала неврологта күҙәтелергә һәм дауаланырға тейеш.
Әгәр ҙә бала йыш ҡына баш ауыртыуына, баш әйләнеүенә зарланһа, танауы ҡанаһа, окулиста һәм неврологта тикшеренеү үтергә кәрәк, сѳнки баш һѳйәге баҫымы булырға мѳмкин.
Читайте нас: