+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
26 Февраль 2021, 11:20

БАЛАЛАРҒА ЙҮТКЕРЕҮҘӘН ЯБАЙ ЫСУЛДАР

Балалар һау булһын, ауырымаһын!

* 1 картуф, 1 баш һуған, 1 алманы турап, бер литр һыуҙа талғын утта ҡайнатырға. Һыу ике тапҡыр кәмергә тейеш. Килеп сыҡҡан ҡайнатманы 1-әр балғалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсерергә.
* Кәбеҫтәнең һутын һығып, 1:1 иҫәбендә шәкәр ҡушырға. Килеп сыҡҡан шыйыҡса ҡаҡырыҡ сығарыу өсөн яҡшы. Шәкәр урынына бал ҡушһаң, тағы ла яҡшыраҡ.
* 1 аш ҡалағы ҡарағай бөрөһөн 1 стакан һыуҙа ҡайнатырға. 30 минут төнәткәс, һөҙөргә. 1-2 аш ҡалағы шыйыҡсаны көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.
* Бал һәм йылытылған зәйтүн майын бер күләмдә болғарға. Берәр бал ҡалаҡлап көнөнә 4-5 тапҡыр бирергә.
* Лимонды тышы менән талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һыуытып, тышын әрсергә, һутын һығырға. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаға 2 аш ҡалағы глицерин (аптекала һатыла) һәм шул тиклем бал ҡушырға. Яҡшылап болғатырға. Ашар алдынан берәр балғалаҡлап көнөнә 2-3 тапҡыр эсергә. Үпкәне яҡшы таҙарта.
Читайте нас: