+29 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
9 Декабрь 2020, 12:59

Температураны нисек төшөрөргә?

Әлбиттә, организмдан эҫене ҡыуып сығарырға! Ә нисек?

Ҡайһы ваҡыт уйламағанда температура күтәрелә, ә ҡул аҫтында уны тиҙ генә төшөрөргә дарыу юҡ.

Унан, бәләкәс балаларға шунда уҡ дарыу бирге лә килмәй. Шундай мәлдә ни эшләргә?

Әлбиттә, организмдан эҫене ҡыуып сығарырға! Тәндәге эҫе, ғәҙәттә, тир менән сыға.

Шуға ла тирләр өсөн күп итеп шыйыҡлыҡ эсергә кәрәк: һыу, компот, һут.

Тик шуны иҫтә тоторға кәрәк: эсемлек һыуыҡ та, эҫе лә булырға тейеш түгел.

Ашҡаҙан, һыуыҡ һыуҙы йылынмайынса, ә эҫеһен һыуынмайынса, һеңдермәй.

Ә бына бүләмләге һауа һалҡынса булырға тейеш (16-18 градус тирәһе). Күптәр ҡурай еләге менән сәй эсергә ярата.

Бик яҡшы! Әммә ҡурай еләгенең тирләткәнен онотмағыҙ, шуға яратҡан сәйегеҙ алдынан

ябай һыу йә берәй компот эсергә кәрәк. Организмда тиргә бүленеп сығырлыҡ шыйыҡса етерлек булырға тейеш.

Иң бәләкәстәргә йөҙөм һыуы, өлкәнерәктәргә киптерелгән емештәрҙән ҡайнатылған компот яҡшы.

Ҡайһы бер балалар, бигерәк тә ауырығанда, уны эсәм, быны эсәм, тегеһе кәрәкмәй, тип мыжырға ярата.

Йөҙөм һыуын эсерә алмаһағыҙ, үҙе теләгән шыйыҡсаны бирегеҙ, иң мөһиме, эсһен...

Читайте нас: