+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
19 Октябрь 2020, 12:00

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Киҙеүҙе, һалҡын тейеүҙе коронавирустан нисек айырырға?

Киҙеү, коронавирус һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙың (ОРВИ) билдәләре, ысынлап та, бер-береһенә оҡшаған. Ләкин был сирҙәрҙең үҙ үҙенсәлектәре бар.

- Киҙеү, ғәҙәттә, көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә тарала. Ул ҡапыл башлана: тән температураһы ныҡ күтәрелә, ҡалтырата, тән һыҙлай, баш ауырта, яҡтылыҡҡа тәьҫир итеүсәнлек көсәйә, тамаҡ төбөндә ауыртыу барлыҡҡа килә, тауыш юғала, ҡырҡыу итеп йүткертә.

- Киҫкен респиратор вируслы инфекциялар йыл әйләнәһенә «йәшәй». Улар бер нисә төрҙә булл: парагрипп, риновирус, аденовирус, Респиратор-синцитиаль инфекция, улар бик күп һәм һәр береһе үҙенсә дауалау талап итә.

- Коронавирус инфекцияһы — артыҡ юғары булмаған тән температураһы, аҙ ғына ҡаҡырыҡлы ҡоро йүткереү, тын ҡыҫылыу, хәл бөтөү, күкрәк ситлегендә ниҙер йыйылып торған кеүек тойола, тәм һәм еҫ һиҙеү һәләте юғала, тамаҡ төбө артыҡ ауыртмай. Сирләгәндең 6-8-се көнөнә тын ҡыҫылыу көсәйә.

Һәр осраҡта ла, сирҙең тәүге билдәләре һиҙелеү менән, терапевҡа йәки педиатрға мөрәжәғәт итергә кәрәк!
Читайте нас: