Бал өлкәндәр өсөн генә түгел, балаларға ла бик кәрәкле аҙыҡ – уны ашағанда организм кальций менән магнийҙы яҡшыраҡ үҙләштерә, ә был микроэлементтар һөйәктәрҙең, тештәрҙең үҫешенә булышлыҡ итә. Тик балдың үҙен генә бирергә ярамай: бутҡаға, һөт йә ҡатыҡҡа, сәйгә ҡушырға мөмкин. Аҙыҡтың эҫелеге 60 градустан артмаҫҡа тейеш, юҡһа бал үҙенең файҙаһын юғалта.
Бал ҡандағы гемоглобинды күтәрә, аҙыҡты үҙләштереү процесын яҡшырта. Аҡһым һәм майҙарҙы тиҙерәк һеңдерә, шуға ла ризыҡ ашҡаҙанда тотҡарланмай.
Балда булған аскорбин кислотаһы һәм каротин бала организмының төрлө инфекцияларға ҡаршы тороу һәләтен арттыра. Унан тыш, балда каротин, аскорбин кислотаһы һәм тиаминдың бергә тура килеүе күҙҙәрҙең яҡшы күреүе өсөн дә һәйбәт.
Төнгөлөккә һөткә бал ҡушып эсеп ятыу нервы системаһын тынысландыра, бала яҡшыраҡ йоҡлай.