+10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
24 Август 2020, 11:17

Ул аутизм менән ауырыған балаларға ярҙам итә

Был егеттең исеме - Эрнест Валишин. Туғаны аутизм сиренә дусар булғас, ул "Сиктәр юҡ" программаһын уйлап сығара, һәм...

"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә "Минең илем - Рәсәй" бәйгеһе үтте.
Башҡортостандан Эрнест Валишин "Педагогик башланғысым" номинацияһында еңеү яуланы.
Уның авторлыҡ программаһы "Сиктәр юҡ" тип атала. Был программаға ярашлы Эрнест аутизм сире менән ауырығандар өсөн ҡулайлаштырылған физик күнекмәләр тәҡдим итә.
Проектҡа өс йыл. Былтыр иһә, уның ысынлап та эффектлы булыуын, аутизм менән сирләгәндәргә ярҙам итеүен күҙәткәндәр.
"Тәнебеҙ менән идара итергә өйрәнмәһәк, бер ниндәй ҙә академик белемдәр ярҙам итмәйәсәк", - ти еңеүсе.
Уның алымының үҙенсәлеге - һәр кеше менән шәхси шөғөлләнеү.
Үткән йылда "Сиктәр юҡ" программаһы Башҡортостандан 30 балаға ярҙам ҡулын һуҙған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: