-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Июнь 2021, 09:50

Хәнәфи Нурғәлиев конкурсы еңеүсеһе Рушан Ибраһимов һәм уның ата-әсәһе бүләктәрен алып һөйөнөп, һеҙгә ҙур рәхмәттәрен белдерә.

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан “Аҡбуҙат” журналы тарафынан 112-се башҡорт кавалерия яугиры, капитан Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге шиғыр конкурсы ойошторолғайны. Бәйгенең шарты буйынса ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы, егеттәр батырлығы тураһында шиғырҙарҙы ятҡа һөйләнеләр. Конкурс бик ҡыҙыу, дәртле барҙы. Унда 50 -нән ашыу бала: мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Ошо бәйгелә беҙҙең Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ибраһимов Рушан “Лётчик Муса олатай” шиғырын һөйләп еңеүсе булды. Уға “Аҡбуҙат” журналының дипломы, комикстар йыйынтығы , “Аҡбуҙат” журналы һәм өҫтәл хоккейы тапшырылды. Бүләктәр алып һөйөнгән Рушанға киләсәктә яңынан-яңы уңыштар йылмайыуын, туған телендә һөйләшеп, “Аҡбуҙат” менән дуҫ булып үҫеүен теләйбеҙ! Ә кҽскәйҙәрҙҽң һәләтен үҫтереүгә, ҙур үрҙәргә ынтылыуға ҡанат бирҽүсҽ "Аҡбуҙат" журналына, уның хҽҙмәткәрҙәрҽнә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы, Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА.

Читайте нас в