+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель 2021, 19:41

ШӘҺИТ КӨЛДӨРӘ

Ҡайһылыр бер йылдың 9 май иртәһе. Обелиск янында байрам уңайынан митинг бара, ә мин һарыҡ ҡырҡып ултырам. Көн эҫе, ҡояш үтә генә ҡыҙҙыра. Эргәмдә Шәһит улым йөрөй уйнап. Уға өс йәш тирәһе саҡ...

МИН МАЛАЙ ҘА ИНДЕ, ИВЕТ, ӘСӘЙ?

Башына бейсболкаһын кеймәй сыҡҡан малайымды бер нисек тә өгөтләп өйгә индереп баш кейемен кейҙерә алманым. Ни үҙем эшемде ташлап ҡалҡынып торғом килмәй.
Шуға башымдағы яулығымды һыпырып алып, тиҙ генә Шәһит улыма ябындырҙым да ҡуйҙым. Үҙемә эҫе үтһә лә бирешмәм, балам ауырымаһын, йәнәһе лә.
Йөрөй - йөрөй теге бала һыуһай башланымы, сок эскем килә ти башланы. Үҙемдең дә тамаҡ кипкәйне. Кеҫәһендәге 10-15 тинлектәрҙе усына йомған да, магазинға барһам буламы тип рөхсәт һорай. Өйгә инеп (аҡса тигәндә зыуҙап йүгерҙе)) көшөлөктән аҡса алып магазинға китте был.
Бер мәл тыш-пыш килеп литр ярымлыҡ һут йөкмәп ҡайтты улым. Һарай буйында һыуһын ҡандырып ултырабыҙ.
— Әсәәәй? Мин малай ҙа инде, ивеет?- ти бер мәл.
— Эйеее. Ә нишләп улай тиһең?
— Тик. Магазинда бер инәй мине матур ҡыҙ тине се. Ишеү арҡамдан һөйҙө лә, һатыусынан кемдең ҡыҙы ул, тип һораны.
— Һатыусы инәй нимә тине?
— Белмәйем, сығып киттем...

Шул саҡта ғына Шәһитемдең башындағы яулыҡҡа күҙем төшөп көлөп ебәрҙем)))
Читайте нас: