+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель 2021, 19:02

НУРИЯНЫҢ МӘҘӘКТӘРЕ

Резеда Вәлиева: ДРАКОН ЙОМОРТҠАЛАРЫ"Магнит" магазинында йөрөйбөҙ. Бер мәл ҡыҙым яу һалып ҡысҡыра:- Әсәй, кил әле, мин дракон йомортҡалары таптым!Бүҙәнә йомортҡаларын күреп ҡалған икән...Нурия әле Сибайҙа Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының беренсе класында уҡып йөрөй.

БАЛАР БАҠСАҺЫНА ЙӨРӨГӘН МӘЛДӘРҘӘ:

ХЛЕБ
Ҡыҙымды түңәрәккә алып барҙым. Уҡытыусының сығып ҡаршы алғанын көтөп торабыҙ. Бында 3-6 йәшлек балалар йөрөй. Шуҡ малайҙар тик кенә ултырып түҙәме инде? Эй шаяралар. Бер урыҫ малайын әсәһе минут һайын киҫәтә : "Глеб, стой", " Глеб, не трогай ", "Глеб, иди сюда "...
Ҡыҙым оҙаҡ ҡына шаян малайға текләп торҙо ла миңә яҡыныраҡ килде һәм ҡолағыма шыбырланы:
- Әсәй, анау малайҙың исеме Хлеб что ли?

НИҢӘ КҮҘЕ ТАПАЙҒАН?
Кисә ҡыҙым менән концертҡа барҙыҡ. Дәртле көйҙәргә бейерҙәр булып дәртләнә, ҡул саба, ҡушылып йырлай. Оҙон көйҙәрҙә мине әрләй: "Ҙурҙарски концертҡа алып килеп, минең бөтә планымды боҙҙоң!"
Бер заман сәхнәгә "Оҙон сәс" бейеүе менән бейеүсе килеп сыҡты. Тегенең оҙон сәсенә һоҡланып бергилке шым ултырҙы. Шунан ҡапыл һорау бирҙе:
- Бейеүсе апай нимәгә аптырай ул?
- Аптырамай.
- Ә нишләп күҙен тапайтҡан?
Бейеүсенең яһалма керпектәр ҡуйылған үтә ныҡ буялған күҙҙәре беренсе рәттә ултырған бәләкәй тамашасыға тапайып күренгәндер инде.

ДРАКОН ЙОМОРТҠАЛАРЫ
"Магнит" магазинында йөрөйбөҙ. Бер мәл ҡыҙым яу һалып ҡысҡыра:
- Әсәй, кил әле, мин дракон йомортҡалары таптым!
Бүҙәнә йомортҡаларын күреп ҡалған икән...

МИН - РЕЗЕДАНЫҢ БАЛАҺЫ
Өйҙә бушамай китһәм, ҡыҙым телефон шылтыратыуҙарына минең өсөн эре генә яуап бирә. Кисә лә кис "ВК" һәм "ВАТСАП"ҡа күп кенә смс-хәбәр килгәнен ишетә инем. Әммә алып уҡырға ла, яуап бирергә лә ваҡыт булманы... Аҙаҡ ҡараһам... Бикәсем "ватсап"тан ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ видеолар ебәргән икән... Ҡыҙым уға яуап итеп "голосовое сообщение" ебәргән:
- Һин кем ул? Мин - Нурия! Резеданың балаһы!!!

ӘБЕЙҘЕКЕ - ӘБЕЙ БАЛАҺЫ…
Ҡыҙым һорау яуҙыра:
- Әсәй, һыйыр балаһы кем була?
- Быҙау.
- Аттыҡы?
- Ҡолон.
- Һарыҡтыҡы?
- Бәрәс.
- Эттеке?
- Көсөк.
- Бесәйҙеке?
- Бесәй балаһы.
- Тюлендеке?
- Тюлень балаһы.
- Акуланыҡы?
- Акула балаһылыр инде.
-Ммм... Әбейҙеке - әбей балаһы, бабайҙыҡы бабай балаһымы?

МӘКТӘПТӘ УҠЫЙ БАШЛАҒАС
ВАНДЕРСЕН
Бынан бер нисә көн элек УЧИ.РУ-ла (интернетта) дәрес әҙерләп ултырабыҙ. Шул саҡ бер нисә яҙыусының фамилияһы сыҡты: Гамазкова, Волков, Барто, Андерсен. Балаларға ошо фамилияларҙы алфавит буйынса теҙергә ҡушҡандар.
- Ҡыҙым, алфавит буйынса ҡайһы фамилияны алға ҡуябыҙ? - тип һорайым һәм ҡысҡырып фамилияларҙы уҡып күрһәтәм.
Ҡыҙым Андерсендың фамилияһына төртөп күрһәтә: "Ошоно".
- Артабан кем? - тип һорауым булды, ул шатырлатып теҙеп ҡуйҙы:
- Дальше Бандерсен, Вандерсен, Гандерсен...
Читайте нас: