+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель 2021, 18:52

БАЙРАС МЕНӘН ӘЛФИӘНЕҢ МӘҘӘКТӘРЕ

Регина Шафиҡова:Былтыр көҙ бесәй балаһы тыуҙы. Уны ҡыҙыҡай икән тип уйланыҡ. Әлфиәгә шул ваҡытта “Бесәй ни өсөн мырлай?” тигән китап бүләк иткәйнеләр. Ҡыҙым бесәйгә әкиәттәге тирмәнсе бабайҙың бесәйенең исемен ҡушты – Бисикамал тип. Хәҙер ул бесәй ҙурайҙы. Яңыраҡ ҡартаһы Әлфиәгә: “Бесәйең малай булып сыҡҡан бит, хәҙер икенсе исем ҡушырға кәрәк”, - тине. Әлфиә: “Ярай атыу Бисикамил булһын”, - ти.

Улыбыҙ Байрас бәләкәй сағында бигерәк шуҡ, тик тормаҫ малай ине. Урамға сыҡһаҡ, етәкләшеп, тыныс ҡына атлап йөрөп булмай ҙа ҡуя. Уның һәр ваҡыт ҡайҙалыр үрмәләгеһе, йүгергеһе, һикергеһе килеп кенә тора ине.
Шулай итеп, Байрасҡа ике-өс йәштәр тирәһе ине. Беҙ өләсәйҙәргә Мәләүезгә ҡунаҡҡа килдек. Яҙ айы, көндәр ҡапыл йылытып ебәрҙе. Улыма йоҡараҡ башлыҡ алырға тип магазинға барҙыҡ. Һатыусы апай беҙгә төрлө башлыҡтар тәҡдим итә, мин Байрасҡа таманлап ҡарайым. Улым оҙаҡ тик тороп ялҡып китте, ахыры. Бер башлыҡты кейҙереп ҡарағанда тотто ла магазиндан тышҡа сығып йүгерҙе. Мин, әлбиттә, уның артынан йүгерҙем. Машиналар араһына барып сыҡмаһын, тип ҡурҡтым. Һатыусы апай ҙа беҙҙең арттан сығып йүгерҙе, аҡсағыҙҙы түләгеҙ, тип. Бөтөн магазинын ташлап бер башлыҡ артынан йүгереп сығып киткәненә аҙаҡ аптыраныҡ инде. Шулай итеп, алдан яңы башлыҡ кейгән Байрас, уның артынан - мин, минең артымдан һатыусы йүгерә. 200 метр самаһы үткәс, мин улымды ҡыуып еттем. Шунан урамда ғына һатыусыға тиҙерәк аҡсаһын түләп (улым тағы берәй яҡҡа ысҡынып йүгерә башлағансы тип), артабан киттек.
Балаларыбыҙ йәйҙе һәр ваҡыт ауылда өләсәләрендә үткәрә. Ҡаҙ бәпкәләре алғас, 4 йәшлек ҡыҙыбыҙ Әлфиә уларҙы бик яратты, шулар менән һөйләшә, ашата, гел улар эргәһендә булды. Бәпкәләр ҙә уға тиҙ өйрәнделәр, артынан да ҡалмай эйәреп йөрөйҙәр, аяғына менеп ултыралар. Шунан улар үҫә биргәс, күлгә йөрөтә башланыҡ. Әлфиә алдан бара, артынан теҙелешеп бәпкәләр атлай. Ул туҡтаһа, туҡтайҙар. Ҡыҙым уларҙы “Был минең балаларым” ти ине. Көҙгәрәк, бәпкәләр ҙурайғас, күлгә илткәндә, Әлфиә алдан ҡулдарын ҡанат һымаҡ йәйеп йүгерһә, тегеләр артынан оса башлайҙар. Шулай итеп, бәпкәләр ҙурайып ҡаҙ булғас, уҫаллаша башланылар. Береһендә Әлфиәне суҡып алғандар. Ҡыҙым тегеләрҙе илай-илай әрләй: “Мин бит һеҙҙең әсәйегеҙ! Үҙегеҙҙең әсәйегеҙҙе лә танымайһығыҙмы ни?!” – тип.

* * *
Былтыр көҙ бесәй балаһы тыуҙы. Уны ҡыҙыҡай икән тип уйланыҡ. Әлфиәгә шул ваҡытта “Бесәй ни өсөн мырлай?” тигән китап бүләк иткәйнеләр. Ҡыҙым бесәйгә әкиәттәге тирмәнсе бабайҙың бесәйенең исемен ҡушты – Бисикамал тип. Хәҙер ул бесәй ҙурайҙы. Яңыраҡ ҡартаһы Әлфиәгә: “Бесәйең малай булып сыҡҡан бит, хәҙер икенсе исем ҡушырға кәрәк”, - тине. Әлфиә: “Ярай атыу Бисикамил булһын”, - ти.

* * *

Улыбыҙ Байрасҡа 1 йәш ине. Балалар площадкаһына уйнарға барғайныҡ, шунда үҫмер 3 ҡыҙ ҙа килгән. Байрас уйынын онотоп уларҙы күҙәтә башланы. Ҡыҙҙар ҙа уға һүҙ ҡушып, уйнатып алдылар. Шунан был апайҙар китә башлағайнылар, Байрас уларҙың артынан эйәреп китеп бара. Бер нисек тә тороп ҡалғыһы килмәй. Саҡ алып ҡалдым.
* * *

Беҙҙең ҡартатай ныҡ итеп, тауышланып бышҡыра. Өй яңғырап китә ул бышҡырғанда. Өйҙә бер стенала штукатуркаһы сатнап киткән. Әлфиә ҡыҙым, бышҡырған һайын ҡартаһын шелтәләй: “Ну, ҡартай, һуң! Шымыраҡ бышҡыра алмайһыңмы ни? Ана, стена уже ярылып киткән. Хәҙер өйҙө емерәһең бит!” – тип.
Читайте нас: