+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Апрель 2021, 14:08

ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР, МӘҘӘК МӘЛДӘР

РӘЗИЛӘ ЫРЫҪҠУЖИНА: Ял көнө йоҡонан уянғас, Данилдың мәктәпкә барырға теләмәй, мыжыуын иҫкә төшөрөп:-Иртәгә эшкә барғым килмәәй! - тием.-Миңә туңдырма алып бирһәң, иртәгә эшкә бармаһаң да була, - ти бәләкәс, шаян ғына ҡарап))) Ҡалған мәҙәктәрҙе сайтта уҡырға!

- Әсәй, өҫкө тартмала шоколад таптым, әйҙә, ашайыҡ!
-Юҡ, улым. Ул шоколад ашай торған түгел.
- Нимә эшләй торған?
- Ҡарап ултыра торған. Уға оҙааҡ ҡарап ултырһаң, бөтөнләй шоколад ашағы килмәй ҙә ҡуя.
Бер аҙҙан:
- Кешеһенә ҡараптыр, мин ултырған һайын нығыраҡ ашағым киләсе...
Данил иртәнсәк бутҡаһын ашамайынса оҙааҡ ултырҙы ла:
- Әсәй, һин кисә яңылышҡанһың, беҙҙең өйҙә ҡарап ултыра торған аҙыҡ - бутҡа булған да ул...

Ә-һә, был бәйге тап беҙҙең өсөн! Улымдың ҡыҙыҡтарын яҙам.
Асҡыстарымды өйҙә ҡалдырғанмын да домофонға шылтыратам.
-Кем унда? - бәләкәсемдең үтә лә етди тауышы ишетелде.
Уның менән шаярырға булдым:
-Һеҙ әсәй заказать иткәнһегеҙ.
-Иткәйнек. Беҙҙең менән көн буйы тышта уйнай торған әсәй ебәрҙеләрме?
-Юҡ.
-Асмайым. Заказ беҙҙең теләктәргә тап килмәй!.. Һау булығыҙ, - тине лә Данил, ишекте асмайынса трубканы элде лә ҡуйҙы)))

Ял көнө йоҡонан уянғас, Данилдың мәктәпкә барырға теләмәй, мыжыуын иҫкә төшөрөп:
-Иртәгә эшкә барғым килмәәй! - тием.
-Миңә туңдырма алып бирһәң, иртәгә эшкә бармаһаң да була, - ти бәләкәс, шаян ғына ҡарап.

Кемдең кемлеген белеп ҡуйығыҙ!

Балалар баҡсаһында Данилды икенсе төркөмгә бер үҙен генә күсергәс, ул аптырабыраҡ ҡалды. Ни тиһәң дә, яңы кешеләр, яңы коллектив тигәндәй. Тәрбиәселәргә лә яңынан өйрәнергә тура киләсәк. Әммә ул тиклем үк бошонҡоға бирелмәне, өйрәнер әле. Ана, үҙе кеүек йылмайсыҡ ҡына малай уны күрә һалып, янына йүгереп үк килеп етте. Һаулыҡ һорашҡан була. Тик ни әйткәне аңлашылманы, әллә русса, әллә бөтөнләй икенсе, Данил аңламағаныраҡ телдә булдымы… Шулай ҙа Данил ҡулын һондо. Ә тегеһе ҡулын бирмәне лә ҡуйҙы. Шунан Данил бар ҡыйыулығын йыйып, бының терһәгенән эләктерҙе лә:
– Һаулыҡ һорашҡанда ир кешеләр ҡул бирешә, – тип, тәк тә ҡулын тотоп, һелкетеп-һелкетеп ҡуйҙы.
Үсегерме тиһә лә, был малай аптырап торманы, йылмайҙы. Данилға шул ғына кәрәк ине. Тимәк, быны үҙ арбаңа ултыртырға була.
– Һин урыҫса һөйләшәһеңме?
“Эйе”, тигәнде аңлатып, малай баш һелкте.
– Мин һине хәҙер башҡортсаға өйрәтәм, яраймы? Ҡурҡма, ауыр түгел. Мин – Данил. Ә башҡортсаһы – ағай була. Һин миңә “ағай” тип әйтһәң, башҡортса өндәшкән булаһың. Ә “Данил” тиһәң, ызначит, русса. Пунил?
Теге малай күҙҙәрен сылт-сылт йомған булды.
– Һинең исемең кем?
– Марат.
– Тимәк, мин һиңә Марат, тип өндәшһәм, ул русса. Ә башҡортсаһы – ҡустым, була, йәме!– тип Данил кемдең кемлеген ошо урында уҡ тиҙ генә аңлатып бирҙе.

Читайте нас: