+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Апрель 2021, 15:30

ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР, МӘҘӘК МӘЛДӘР

Миләүшә ВӘЛИЕВА: Шәүрәкәй өләсәһенең ҡолағына :- Өләсәй, һиңә бер секретик әйтәм, тик һин бер кемгә лә әйтмә, йәме! - ти шыбырлай.- Ярай, әйтмәм.- Тимерхан сынаяҡты ватты...- Ә һин әсәйеңә әйттеңме һуң?- Эйе, әйттем)))Шәүрәкәй менән Тимерхандың башҡа мәҙәктәрен сайтҡа инеп уҡырға.


* * *
Тимерхан урамда велосәпиттә йөрөй . Күрше ҡыҙы Алтынай:
- Хан, миңә сәпитеңде биреп тор әле !
- Юҡ, бирмәйем, үҙем йөрөйөм.
Алтынай:
- Әйҙә, минеке менән алышып йөрөйбөҙ.
Хан:
- Әйҙә !
Алтынай Хандың сәпитенә ултырып китә.
Хан:
- Һинеке ҡайҙа?
- Минеке әлегә магазинда .

* * *
Тимерхан Шәүрәкәйҙе ҡыуып йөрөтә.
- Бир минең кәнфитемде ! Бир !..
Шәүрәкәй:
- Миндә һинең кәнфитең юҡ.
- Ана, ҡулыңда...
- Был минең кәнфит... ә һинекен ашаным инде.

* * *
Өләсәһе Тимерханға:
- Оҙаҡламай улымдың Тыуған көнө. Биииш йәш тула !
Хан:
- Эйееее!
- Улым, Тыуған көнөңә ниндәй бүләк алайым ?
- Mercedes-Benz C63 AMG Coupe Black Series на пульт управление.
- Ярай! – тигән булды өләсәһе. Уныһы тағы ниндәй машина була икән?...

* * *
Шәүрәкәйҙең ҡулын серәкәй тешләгән. Шәүрәкәй:
- Өләсәй, ауыртааа!
- Кил, ҡыҙым, “өф” итәм !
Тимерхан:
- Юҡ, өләсәй, бында “өф” менән генә булмай, бальзам һөртөргә кәрәк.

* * *

Тимерхан арып карауатына менеп ятты. Күҙҙәре йомолоп бара.
Өләсәһе өҫтөн ябып:
- Улым бөгөн бик арыны шул; баҡсаға һыу һибеште, һәүкәште көтөүҙән ҡаршы алды, тауыҡтарға ем һалды,..
Хан йоҡо аралаш:
- Эйеее !
Өләсәһе:
- Тағын нимә эшләнең, улым ?
- Кишер ашаным.
- Вәт, минең улым, маладис !

* * *
Тимерхан ашарға ултырҙы. Ниндәй төштәр күргәнен, кисә Ҡыш бабай килгәнен, ни өсөн кислотный ямғыр яуғанын һ.б. бик күп нәмәләр тураһында һөйләне.
- Йә, ярай, улым, аша инде, бутҡаң да һыуынып бөттө !
- Мин, өләсәй ашарға түгел, ә һинең менән бер аҙ һөйләшеп алырға тип кенә ултырған инем...

* * *

Шәүрәкәй өләсәһенә группаһындағы хәбәрҙәрен һөйләй:
- Илдар (ауыҙын ҡыйшатып, телен сығарып күрһәтеп), шулайтып ҡыҙҙарҙы үсекләй!
- Улай ярамай, тип әйттеңме һуң?
- Юҡ, мин уның әсәһе түгел дә !

* * *
Шәүрәкәй:
- Баҡа башҡортса баҡ-баҡ-баҡ, ә русса ква-ква-ква ти, вәт!

* * *
Тимерхандың күҙенә ҡояш төшә:
-Әсәй, әсәй! Ҡояш миңә фонарик менән яҡтырта !

* **
Тимерхан:
-Әсәй, миңә атайҙыҡы һымаҡ сәс кәрәк.
-Ниндәй ?
-Сыкарный! (Шикарный)


* * *
Әсәһе әсәһенә “Әсәй!”- тип әйткән һайын, Тимерхан:
-Ул әсәй түгел, ул – өләсәй! – тип төҙәтә.
Читайте нас: