+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Апрель 2021, 15:48

ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР, МӘҘӘК МӘЛДӘР

Нәсимә ҒАЙСИНА: Иртәнсәк Айһылыу алма ашап ултырғанында алманың эсендә ҡортто күреп ҡала ла:– Әсәй, ҡорт иртәсел икән, мин мыҙылып* йоҡомдан торғансы, алманы ашай ҙа башлаған, – ти.Башҡа мәҙәктәрҙе сайтҡа үтеп уҡығыҙ! ------------------------------мыҙылып* – һуңлап торған, яй кеше мәғәнәһендә

Майлы табала шыж-шыж килеп балыҡ бешә. Мирас ҡарап тора ла:
– Әсәй, әсәй, балыҡтың теле асылды, һөйләшә башланы! Тик ни тип әйткәне аңлашылмай, ул да минең кеүек һаҡау икән, – ти.
Бер көн әсәй:
– Яҙ быйыл һуңлап килә, – тигән.
Биш йәшлек Ҡасим:
– Сәғәтенең батарейкаһының көсө бөткәндер, –ти
Кәримде ағаһы һанарға өйрәтә:
– Бер бармаҡ – бер була, ике бармаҡ – ике була, өс бармаҡ – өс була...
– Белдем, белдем, ул бармаҡтар миндә бар, өйрәтмәһәң дә була! – ти.
Мәҙинәнең өләсәһе:
– Ҡыҙым, бөгөн «Көлкө» көнө. Көлөшөп, шаярышып күңел аса торған көн.
– Улайһа эш боҙһам да бер кем әрләмәй торған көн була инде! – ти Мәҙинә.
«ИЛАҠТАРЫМ»ШЫМ БУЛЫРҘАР
Иламаҫҡа Мәликәне
Бер сара юҡ оялтыу,
Көн дә бәлә өй эсендә,
Иртән уны уятыу.

Бер көн әйтә:
– «Илаҡтарым»
Бигерәк бит ҡоторҙо,
Әҙәп белмәй һис кенә лә,
Ҡолағымды тондорҙо.

«Илаҡтарым» шым булырҙар,
Башҡа бәлә һалмамын.
Үҙем тороп кейенермен,
Оятҡа ла ҡалмамын.
Читайте нас: