+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Апрель 2021, 07:05

ИҒТИБАР, КОНКУРС! ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР, МӘҘӘК МӘЛДӘР

Уйын-көлкө кәйефте күтәрә, һағышты баҫа, ҡайғы-хәсрәтте оноттора, ғүмерҙе оҙайта.

1 апрель - көлкө көнө уңайынан, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә үҙебеҙҙең бала саҡтағы ҡыҙыҡтарҙы, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең, һеңле-ҡустыларыбыҙҙың мәҙәктәрен иҫкә төшөрөп, һөйләп, көлөшөп, ғүмерҙәребеҙҙе оҙонайтып алайыҡ. Иң ҡыҙыҡ мәҙәк һөйләүсегә СССПК “БАЙ” бик шәп бүләк тә әҙерләгән: ҡороттар наборы! Баймаҡ районында эшләнгән был ҡороттар ауыҙҙа иреп кенә тора. Муйыл, сейә, ҡарағат ҡушып эшләнгәндәре телеңде йоторлоҡ! Был тәмле ҡороттар баҙарҙарҙа, “Лукошко” магазин селтәрендә һәм башҡа магазиндарҙа һатыла.

“Ҡыҙыҡ хәлдәр, мәҙәк мәлдәр”гә йомғаҡты 2 апрель киске 20.00 сәғәттә яһаласаҡ.

Мәҙәктәрҙе #ҡыҙыҡхәлдәр_мәҙәкмәлдәр хештегы менән ебәрегеҙ, йә ошо текст аҫтына, комментарийҙарҙа яҙығыҙ, йә үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә ҡуйығыҙ.

Читайте нас: