Хәмит Сибай ҡалаһының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһына йөрөй. Тырыш малай баҡсаларында һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән шиғыр, һүрәттәр бәйгеһәндә алдынғы урындарға лайыҡ булды. Ҡаланың Балалар үҫтереү үҙәгендә «Йондоҙ» вокал студияһына, Боҙ һарайының хоккей түңәрәгендә лә теләп шөғөлләнә. «Аҡбуҙат» журналын быйыл тәүгә ҡулына алған мәлдә уның ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Иртәгәһен: “Әсәй, ниңә бөгөн дә килмәне “Аҡбуҙат?” - тип көлдөрөп тә алды. Уның яратҡан дуҫтары бик күп. Төркөмдәрендәге Рәдиф һәм Искәндәр исемле малайҙар менән иһә бигерәк тә дуҫ.