+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Март 2021, 15:10

"МИНЕҢ МАТУР ҠУРСАҒЫМ" КОНКУРСЫНА

Гәлсәр Ғизәтуллина Белорет ҡалаһының "Тирмәкәй"башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй. Афарин ҡыҙ бишек йырын көйлә-көйләй ҡурсағын йоҡлатҡан видеоһын тәҡдим итә.

Гәлсәр тик башҡорт телендә генә һөйләшә һәм башҡортса бик күп шиғырҙар, йырҙар белә. Ул "Аҡбуҙат" журналы менән дә бик дуҫ. Уның һүрәттәрен ҡарарға ярата, унда сыҡҡан шиғыр, хикәйә, әкиәттәрҙе бирелеп тыңлай. Бына шундай аҡыллы, уңған һәм рухлы ҡыҙыҡай үҫеп килә Белорет ҡалаһында!
Читайте нас: