Уның килгәнен һағынып көтөп алам. Беҙ бергәләп уҡыйбыҙ, уйнарға, һүрәттәр төшөрөргә лә өлгөрәбеҙ. Шул тиклем күнелле үтә әлифба дәресе. Ҡурсаҡтарҙы ҡустым Йосоп, уҡытыусы апайым, әсәйем эшләргә ярҙам итә. Уларҙың исемдәре Әмин, Әминә. Уларҙың кейемдәрен бергәләп буяйбыҙ. Улар миңә уҡырға, хәрефтәр танырға ла ярҙам итә.
Мин һыу буйында йәшәйем, шуға күрә”Һыуһылыу “ ҡурсағын да төшөрөп, буяп ҡуйҙыҡ. Әлегә миңә һыу инергә ярамай, унда әсәйем, ҡустым, ағайҙарым менән төшәм.
Их, ҡасан ҙур үҫәм инде, ошондай матур ҡурсаҡтарҙы уҡытыусы апайым, әсәйем ярҙамында тегеп, барлыҡ туғандарымды ҡыуандырыр инем. “Иң ҡыуанғаны кем булыр икән?” - тип уйлайым.