ТУРҒАЙЫМ
“Сырҡ-сырҡ” килеп турғайым,
Өшөп тора ҡалтырап.
Тәҙрә ҡаға ипләп кенә,
Ҡанаттарын ҡаҡҡылап.
- Әйҙә, бергә уйнайыҡсы,
Яндарыма йүгереп сыҡ.
Өшөмәҫкә бишмәтеңде,
Туныңды ла кейеп сыҡ!
Тағараҡҡа емдәр һалып,
Ҡошсоғомдо саҡырам.
Тамаҡ туйғас, икәүләшеп
Кемуҙарҙан ел ҡыуам.