-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Март 2021, 13:15

ИҒТИБАР!!! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС! "ҠОШҠАЙҘАРЫМ-ДУҪҠАЙҘАРЫМ!"

БҮЛӘККӘ - ҠУЛ ОҪТАҺЫНАН ШӘП ТАҒАРАҠ!!!!!ТАЛАПТАРЫ ЯБАЙ ҒЫНА:1. "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫНЫҢ ҺӘМ УНЫҢ ТӨРКӨМДӘРЕНЕҢ ЯҘЫЛЫУСЫҺЫ БУЛЫРҒА!2. ЗӨБӘЙҘӘ ИСЛАМОВАНЫҢ "ТУРҒАЙЫМ" ШИҒЫРЫН ЯТЛАП, ОШО ЯҘМА АҪТЫНА ВИДЕОНЫ ҺАЛЫРҒА!

ТУРҒАЙЫМ
“Сырҡ-сырҡ” килеп турғайым,
Өшөп тора ҡалтырап.
Тәҙрә ҡаға ипләп кенә,
Ҡанаттарын ҡаҡҡылап.
— Әйҙә бергә уйнайыҡсы,
Тип әйтә, һымаҡ сыпсыҡ.
— Бишмәтеңде кейә һал да,
Тәмле ем алып сыҡсы!
Тағараҡҡа бойҙай һалып,
Ҡошсоғомды һыйлайым.
Тамаҡ туйғас дуҫым оса,
Мин тау шыуып уйнайым.