Гәлсәр тик башҡорт телендә генә һөйләшә һәм башҡортса бик күп шиғырҙар, йырҙар белә. Ул "Аҡбуҙат" журналы менән дә бик дуҫ. Уның һүрәттәрен ҡарарға ярата, унда сыҡҡан шиғыр, хикәйә, әкиәттәрҙе бирелеп тыңлай. Бына шундай аҡыллы, уңған һәм рухлы ҡыҙыҡай үҫеп килә Белорет ҡалаһында!