+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Февраль 2021, 12:00

"СӘСӘНДӘР МӘКТӘБЕ - 2021"

Балаларҙың ижади һәләтен асыу һәм үҫтереү, илһөйәрлек һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Башҡорт тарихы йылына арнап Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбе Ғафури районы Башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә район уҡыусылары өсөн интернет ижади бәйге иғлан итә. Уҡыусыларҙың ижад емештәрен "Сәсән тауышы" төркөмөнә ебәрергә кәрәк."Ҡышҡы йәйғор - 2021" ижад бәйгеһендә 5 номинацияла урындар билдәләнәсәк...(Тулыһынса сайтта уҡырға!)

1. ТАНЫШТЫРЫУ. ( Ҡайҙан, ҡайһы ырыу балаһы, ораның, ҡошоң, тамғаң, ниндәй һыу эсәһең, тауың, ниҙәр яратаһың, ҡыҫҡаһы үҙең менән таныштырыу - шиғри телдә)

2. ӘКИӘТТӘР - (Әкиәт ижадын проза телендә лә, шиғри телдә лә мөмкин)

3. ҠОБАЙЫР йәиһә ЙЫР ( Шиғри телдә)

4. ЕР - ҺЫУ, АУЫЛ АТАМАЛАРЫНА АРНАЛҒАН ИЖАД ( Топономик инша )

5. ЙӘШ ХӘБӘРСЕ (Район һәм республика гәзит -журналдарына мәҡәләләр яҙып өйрәнеү)

Номинациялар буйынса ижади эштәрҙе ҡабул итеү 1 февралдән 15 мартҡа тиклем "СӘСӘН ТАУЫШЫ" төркөмөндә барасаҡ. Ҡабул итеү тамам булғас, абруйлы жюри еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

Еңеүселәрҙе номинациялар буйынса бүләктәр көтә! Ҡатнашыусылар ҙа буш ҡалмаясаҡ.Теләгән кешеләр бер нисә номинацияла ҡатнаша ала. Балаларҙың ижадын "СӘСӘН ТАУЫШЫ" төркөмөнә килтереп еткереү өсөн балалар үҙҙәре генә булдыра алмаһа, уларға башҡорт теле уҡытыусыларының, йәиһә әсәй, өләсәйҙәренең ярҙам итеүҙәре һорала. Ниндәй мәктәптән, нисәнсе синыфтан икәнегеҙҙе, исем-фамилияғыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.

Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе.
Читайте нас: