+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Декабрь 2020, 03:55

"АҠБУҘАТ"ТЫ ЯРАТАБЫҘ, ПИШИНЙӘ ЛӘ БЕШЕРӘБЕҘ!

Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Фатима һәм Клара Исмәғиловалар ҙа әсәйҙәре Луиза Фәнил ҡыҙы менән бергәләп беҙгә тәмлекәс бешереп ебәргән. Фатимаға 5, Клараға 4 йәш. Улар "Йәншишмә" балалар баҡсаһына йөрөй. "Аҡбуҙат"тың һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алалар.

"Аҡбуҙат" журналын балаларына әсәйҙәре гелән яҙҙыра һәм улар, күмәкләшеп, баҫмабыҙҙы уҡый. Күп балалы татыу ғаилә ул Исмәғилевтар. Ауыл, район тормошонда ла әүҙем ҡатнашалар, бал ҡорттары үрсетәләр, гөрләтеп донъя көтәләр.
Читайте нас: