+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Декабрь 2020, 15:05

"АҠБУҘАТ"ЛЫ БАЛАСАҠ!

Шамонин ауылында йәшәүсе Гөлнәзирә һәм Ғабдуррахман Тайсиндар ҙа "Аҡбуҙат"тың тоғро дуҫтары. Улар сағыу һүрәттәр ҡарарға, әкиәттәр уҡырға ярата.Гөлнәзирә ҡурсаҡтар ҡырҡып эшләй, журналда сыҡҡан шиғырҙарҙы ятлап ала. Аҡбуҙатлы тәмлекәсте әҙерләүгә улар икәүләшеп тотондо. Ғабдуррахман ҡанатлы атты һүрәткә төшөрҙө, ә Гөлнәзирә әсәйгә ҡамыр баҫырға ярҙам итте.Үҙең бешергән тәмлекәс шул тиклем телде йоторлоҡ икән!

"Аҡбуҙат"тан айырылмағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: