+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Декабрь 2020, 10:50

ИХ, ТӘМЛЕКӘС ПИШИНЙӘ!

Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе Мирхәйҙәровтарҙан да "Аҡбуҙат" конкурсына хат килеп төштө."Әлфиә, Рифат һәм Тимур Мирхәйҙәровтар тәүҙә "Аҡбуҙат" пишинйәһен нисек эшләргә, тип баш ватты. Шунан, уйлай торғас, ошондай ат һүрәтен тшөрөп ҡаранылар. Килеп сыҡты бит, әй! Үҙ эштәренән ейәндәрем бик ҡәнәғәт булды!Күпме тырышһаң да, өләсәйҙең ярҙамынан тыш бер нәмә лә килтереп сығарып булмай шул!.. Өләсәй еңел генә әҙерләнә торған рецепт тапты. 20 минутта пишинйә бешеп тә сыҡты!Эх, тәмлелеге!... Телеңде йоторолоҡ шул "Аҡбуҙат" пишинйәһе!" Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Балалар өләсәйҙәре менән журналыбыҙҙы уҡып бара. Әле лә баҫмабыҙға яҙылыу квитанцияһын конкурсҡа ебәргәндәр.
Афариндар!
Читайте нас: