-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2020, 11:05

"АҠБУҘАТ" ПИШИНЙӘҺЕ

Конкурсҡа бик тәмле пишинйәләр килеүен дауам итә, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, дуҫтар! Балаларығыҙ менән "Аҡбуҙат" пишинйәһе бешереп ебәрегеҙ.

Ә был "Аҡбуҙат" пишинйәһен Ейәнсура районы Күгәрсҽн ауылынан Рамаҙан менән Дарислам Аҙнабаевтар бешереп ебәргән.
"Аҡбуҙат" журналын улдарына 2-3 йәштән яҙылып уҡый башлаған әсәһе менән атаһы.
Малайҙар журналдың һәр битҽн яратып уҡып, шиғырҙарын ятлап, әкиәт һөйләргә өйрәнгән.
Шуға мәктәпкә уҡырға барғанда хәрҽфтәрҙе таныу ғына түгҽл, асыҡ, тасуири уҡый ҙа белгәндәр.
Рамаҙан 4-се класта, Дарислам 3-сө класта уҡый, икеһе лә "5" билдәләрҽнә гҽнә өлгәшә.
Район үҙәгҽнә йөрөп, аҙнаһына 2 көн сәнғәт мәктәбҽнең ҡурай бүлҽгҽндә 2 класта уҡыйҙар.

Балалар баҡсаһына йөрөгәндән алып "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсында, "Һаумы, һаумы әкиәт!"тә,
төрлө йыр, шиғрыр бәйгҽләрендә актив ҡатнашалар, призлы урындар, номинациялар яулайҙар.
Рәсимә Ураҡсинаның ижадына бағышланған конкурста ла Дарислам 3-сө урынға лайыҡ булған.
Читайте нас: