+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ноябрь 2020, 12:26

ГҮЗӘЛДӘН "АҠБУҘАТ" ПИШИНЙӘҺЕ

Киләһе "Аҡбуҙат" пишинйәһен Гүзәл Мостафина бешергән. Ул Шамонин мәктәбенең 1-се класында уҡый. Бешеренергә бәләкәйҙән ярата. Ҡыҙыҡай менән сайтта танышығыҙ.

Гүзәл Мостафина Шамонин мәктәбендә 1-се класта уҡый. Бешеренергә, әсәһенә ярҙам итергә бәләкәй сағынан ярата. 3 кенә йәшендә "Шоңҡар" журналы үткәргән "Оҫталыҡ дәрестәре"ндә ҡатнашып, ошо уҡ рецепт буйынса печенье бешерергә лә өйрәткәйне.
Үҙе бешергән пишинйә-һүрәткә әкиәт тә уйлаған Гүзәл:
Борон-борон заманда Аҡбуҙат йәшәгән. Ул бик батыр булған. Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған. Бөтәһенә лә ярҙам иткән. Уның тылсымлы ҡанаттары булған. Шул ҡанаттары ярҙамында күҙ асып йомғансы кәрәкле урынға барып та еткән.
Бер көн уға: "Балаларҙы дейеү урланы, ҡотҡарыр кәрәк", - тигән хәбәр әйтәләр. Аҡбуҙат, төн булыуға ҡарамай, сығып китә. Уға ай һәм йондоҙҙар юл ялҡтырта, бәшмәктәр менән шыршылар юл күрһәтә.
Аҡбуҙат балаларҙы ҡотҡара. Балалар ҙа, уларҙың атайҙары, әсәйҙәре лә шат.
Читайте нас: