Пишинйәне ҡыҙым Фидәлиә менән бешерҙек. Уға әле 5 йәш, ул башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй, йырларға, шиғырҙар ятларға, бейергә ярата. Район конкурстарында гелән призлы урындар яулай. Миңә бешеренергә һәр саҡ ярҙам итә. "Бәйләнештә" селтәрендә ошондай конкурс уҙғарылғанын күргәс, бешерергә булдыҡ, бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты, ҡыҙыма ла бик оҡшаны, шатланды.