Башҡортостанда "Рәсәй тәрбиәселәре" төбәк ара конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Алты номинациянан торған 11 еңеүсе билдәләнде.
“Иң яҡшы тәрбиәсе” - 1 урын Мәләүез районының, 12-се “Бәләкәскәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - Юлиә Салауат ҡыҙы Мусина;
2 урын – Октябрьский ҡалаһының 17-се “Бәпәйкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - Нина Александр ҡыҙы Хәлиуллина;
3 урын – Салауат ҡалаһы 22-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - Альбина Наил ҡыҙы Владимирская лайыҡ булды.
Шулай уҡ “Йәш тәрбиәсе”ләр араһында Өфө районы Нижегородка биҫтәһе “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Ирина Илфат ҡыҙы Шәмсетдинова; Өфө ҡалаһы 209-сы балалар баҡсаһынан Светлана Владимир ҡыҙы Протопопова ла бүләкләнеүселәр араһында булды.
Һәм башҡа төр номинацияларҙа ла тәрбиәселәр үҙ һөнәрҙәренең эйәһе булараҡ, был исемгә, лайыҡлы тип билдәләнде.