+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Октябрь 2020, 19:00

ИҘЕЛ ВӘЛИУЛЛИН РӘСИМӘ УРАҠСИНА ИСЕМЕНДӘГЕ КОНКУРСТА ҠАТНАШТЫ!

УЛ "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫНА БЫЛ КОНКУРС ӨСӨН РӘХМӘТ БЕЛДЕРӘ!

16 октябрҙә Дәүләкән районы мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған республика шиғыр конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙғарылды.
Дәүләкән районынының йәш яҙыусылары, уҡыусылар йыл һайын төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мин дә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Башҡортостан тураһында шиғыр яҙып, уны "Аҡбуҙат" журанлына ебәрҙем һәм, ниһәйәт, еңеүсе булып сыҡтым.
"Тамыр" телерадиокомпанияһы исеменән махсус призға лайыҡ булдым. Был минең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға. Киләсәктә лә тыуған илемде һөйөргә, телемде хөрмәтләргә, халҡыма ихтирамлы булырға тырышасаҡмын. Шундай матур сараны ойоштороп, уны республика кимәлендә уҙғарғандары өсөн барлыҡ ойоштороусыларға рәхмәтемде белдерәм, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем!
Читайте нас: