Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Октябрь 2020, 14:35

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурстың еңеүселәре кем?

“Аҡбуҙат” республика балалар журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап ойошторған Асыҡ республика шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашыу хоҡуғына эйә булһа ла, өлкән класс уҡыусыларының да эштәре баҫманың сайтында баҫылып килде, ҡаралды. Шулай итеп, республиканың бик күп райондарынан, Силәбе өлкәһенән 81 эш конкурста ҡатнашып, баһалама комиссия ағзалары тарафынан тикшерелде.Конкурстың бағыусыһы – шағирәнең тормош иптәше, Рәсәйҙең почетлы архитекторы Урал Ураҡсин 60 мең күләмендә бүләкләү фонды булдырҙы. Ул етәкләгән баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәр араһында 6 урын булдырып, һәр балаға 10-ар мең һум тапшырырға ҡарар итте.

Баһалама ағзалары – Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, балалар шағиры, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдиҡова, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, коллектив ағзалары, яҙыусылар Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина. Шулай итеп, урындар түбәндәгесә бүленде:
1-се урын - Зарина ҒӘЛИЕВА, Туймазы районы Серафимовканың 3-сө һанлы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы;
2-се урын – Венария ӘҒӘҘУЛЛИНА, Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы, 6 йәш;
2-се урын – Азалия ИСХАҠОВА, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес моделле китапханаһында “Кәрәҙ” әҙәби түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе;
3-сө урын – Дарислам АҘНАБАЕВ, Ейәнсура районы, Күгәрсен ауылы, 3-сө класс уҡыусыһы;
3-сө урын – Мәүлит ЛАСЫНОВ, Сибай ҡалаһы, 6 йәш;
3-сө урын – Сәмирә СӘМИҒУЛЛИНА, Әлшәй районы, Яңы Ҡыпсаҡ ауылы, 5 йәш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролатайы бүләге – Йәнгүзәл БАЙҒУЖИНАла, 9 йәш, Хәйбулла районы, Быҙаулыҡ ауылы;
Дәүләкән районы хакимиәте бүләге – Алтынай МӘЗИТОВАла, Бөрйән районы Иҫке Собханғол төп дөйөм белем биреү урта мәктәбенең 3 “В” класы уҡыусыһы;
"Аҡбуҙат" журналының махсус бүләктәре –
Зәлинә ФАЗЫЛОВА, Силəбе ɵлкəhе Арғаяш районы Бəжекəй урта мəктəбенең 5 “А” класы уҡыусыhы;
Айзилә БАТЫРАЕВА, 5-се класс уҡыусыһы, Миәкә районы, Сәфәр мәктәбе;
Динир ӘХМӘТЙӘНОВ, Белорет районы, Абҙаҡ урта мәктәбенен 1-се класс уҡыусыһы;
Салауат МИФТАХОВ, 7 йәш. Дүртөйлө ҡалаһы 12- се һанлы "Алтынсәс " балалар баҡсаһы;
Әҙилә ҒАФАРОВА, Миәкә районының Тамьян- Таймаҫ мәктәбе уҡыусыһы.
Унан тыш, шағирә Гүзәл Ситдыҡова һәр ҡатнашыусыға китабын бүләк итә.
Читайте нас в