+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Октябрь 2020, 15:21

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурс, №71

АТАЙЫМДЫҢ АТАЙСАЛЫ (Атайымдың атайсалы Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылына) Алыҫайған һайын ара, Йөрәгемдә ҙур яра. Йөрәгем үрһәләнә Ҡайҙан табырға дауа? Һинән күң(е)лем айрылғанда, Хис-тойғолар аҙаша Бар донъямды яуланың һин, Бөйөк, ғәзиз Ҡаҙырша!

Тик һиңә илтә юлдарым,
Һиңә бәйле ғумерем.
Һиндә барлыҡ күңелем –
Тылсымлы, тыныс ерем.

Ул ябай, ләкин серле,
Ике бөртөк урамлы.
Мөғжизәле ул ерҙәр,
Әкиәти урманы.

Атайымдың ауылы
Күңелемә шундай яҡын!
Иҫтәлектәр ҡалған ергә
Киләмен әле тағын.
Илүзә ҠЫҘРАСОВА.
Күгәрсен районы Мораҡ ьашҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы.
Читайте нас: