+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Сентябрь 2020, 20:25

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурс, №50

ЭШКӘ ӨЙРӘНЕП ҮҪӘБЕҘЕләк йыям болонда,Ҡыҙылын, эреләрен.Өләсәйем ҡаҡ ҡойор,Миңә өйрәтер серен.

Мәтрүшкәләр йыйҙым күпләп,
Тулды, бына, ҡосағым.
Болануттың япраҡтарын
Өҙөп һалған туғаным.
Тәмле генә ҡаҡтарҙы
Ашарбыҙ һалҡын ҡышта.
Хуш еҫле сәйҙәр эсербеҙ,
Өшөһәк, уйнап тышта.
Наҙлы ҡайын ботағын
Миндеккә ала атай.
Өйрәнәм, тиеп, эшкә,
Бауын әҙерләй ағай.
Барыһын алып ҡайтып,
Киптерергә һалабыҙ.
Төрлө һөнәргә өйрәнеп,
Шулай үҫеп барабыҙ.
Карина ӘҒӘҘУЛЛИНА.
Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы, 10 йәш.
Читайте нас: