+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Сентябрь 2020, 01:15

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурс, № 44

ҺАБАҠ АЛАМӘсәйем ҡоймаҡ бешерә,Таралды таба еҫе.Бөгөн бит Ҡорбан ғәйете,Иртә торҙо һәр кеше.

Ҡартәсәйем әйтә: “Ҡыҙым, бөгөн
Йоҡлап ятыу һис килешмәй.
Фәрештәләр бәхет өләшкәндә,
Һуңлап торһаң, эш бешмәй!”
Мин бит хәҙер ҙур үҫкәнмен,
Өсөнсөлә быйыл уҡыйым.
Өләсәйем иман һабаҡтарын
Күңелемә һалып, туҡыйым.
Азалия НУРИӘХМӘТОВА, Дәүләкән ҡалаһы 7-cе урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы.
Читайте нас: