+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Сентябрь 2020, 20:32

Башҡортостан Республикаһының ҡортсолоҡ һәм апитерапия өлкәһендә ғилми-етештереү дәүләт учреждениеһы ситтән тороп “Башҡорт бал ҡорто” тип аталған видеоконкурсы үткәрҙе.

Унда меңдән ашыу эш килде. Балалар шиғыр, хикәйә, әкиәт яҙҙы, бал ҡорто тураһында видеолар төшөрҙө, ҡул эштәре менән уртаҡлашты.Борайҙың 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Илария ЯХИНА үҙенең “Инә ҡорт” шиғыры менән “Аҡбуҙат” журналының махсус бүләгенә лайыҡ булды! Уға өс кенә йәш. Афарин, бәләкәс!!!Уҡытыусыһы – Алһыу Яхина.Уның сығышын "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ҡарай алаһығыҙ!

Читайте нас: