+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Август 2020, 13:40

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурс, №16

ҠЫШКүбәләкләп ҡарҙар яуа,Ер ябына аҡ юрған.Тәбиғәт тынлыҡҡа сума,Ул да ял көтә күптән.

Тирә-яҡ сихри донъя
Күҙ ҡамаша аҡ ҡарҙан.
Урман-ҡырҙар төрөнә
Ап-аҡҡа өр-яңынан.
Йәнлектәр ҙә йөрөй һаҡ
Ялан киңлектәрендә.
Уларға ла бик ауыр
Һалҡын ҡыш көндәрендә.
Ҡоштарға эләбеҙ беҙ
Ем һалып, тағараҡҡа.
Улар беҙҙең ярҙамға
Һәр саҡ мохтаж булғанға.
Ап-аҡ ҡарҙар күңелдәргә
Алып килһен изгелек.
Йәшәйек киләһе көндәрҙә
Халҡым менән һөйөнөп.
Алһыу ХӘЙРУЛЛИНА, 6-сы класс.
Бүздәк ауылы.
Читайте нас: