-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Август 2020, 20:00

РӘСИМӘ УРАҠСИНА ИСЕМЕНДӘГЕ КОНКУРС БАРА!

ШАҒИРӘ ҺӘМ ПЕДАГОГТЫҢ ТОРМОШ ИПТӘШЕ УРАЛ УРАҠСИН ХӘТИРӘҺЕ МЕНӘН УРТАҠЛАША:“РӘСИМӘ АПАЙЫҒЫҘ КЕҮЕК БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ,

ЯҘЫУСЫЛАРҘЫ ХАЛЫҠҠА ЕТКЕРЕҮ ӨСӨН БАР КӨСӨН ҺАЛҒАН БАШҠА ӘҘИПТЕ БЕЛМӘЙЕМ, ТИЕРГӘ БУЛА. УЛ БИТ ҮҘЕ БАЛАЛАР ӨСӨН ГЕНӘ ЯҘЫП ҠАЛМАНЫ, Ә БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕН ӨЙРӘНДЕ, БАЛАЛАР УҠЫТТЫ, ЯҘЫУСЫЛАР ХАҠЫНДА УҠЫУСЫЛАРҒА МАХСУС ДӘРЕСТӘР БИРҘЕ, БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕН ФӘННИ ЯҠТАН ӨЙРӘНДЕ.
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӨЛКӘНДӘРГӘ ҠАРАҒАНДА ЛА НЕСКӘРӘК, ЯБАЙЫРАҠ ЯҘЫРҒА КӘРӘК, УРАЛ!” – ТИП ӘЙТӘ ТОРҒАЙНЫ УЛ МИҢӘ!” – ТИ УРАЛ ҒӘЗИЗ УЛЫ.
ӘЙТКӘНДӘЙ, РӘСИМӘ УРАҠСИНА ИСЕМЕНДӘГЕ ШИҒЫР КОНКУРСЫНЫҢ ТӨП БАҒЫУСЫҺЫ – РӘСӘЙҘЕҢ АТҠАҘАНҒАН АРХИТЕКТОРЫ УРАЛ УРАҠСИН. БАЛАЛАР ЯРЫШТА ӘҮҘЕМЕРӘК ҠАТНАШЫҒЫҘ!!!
Читайте нас в