+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Август 2020, 13:55

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурс, №10

ИЛСЕҒОЛДАР ТИҺЕНДӘРТыуған илем – Башҡортостан,Тыуған ерем – Миәкә,Наҙлы ғына аға ДимемИлсеғол эргәһендә.

Тәбиғәтен ауылымдың
Маҡтап китәһе килә:
Һауаһы саф, күге аяҙ,
Яландары гөл-сәскә.
Тирә-яҡҡа нурын һибеп,
Мәсет ултыра балҡып.
Шуға күрә ауылымда
Йәшәй иманлы халыҡ.
Белем алған гимназиям
Ауылға өҫтәй йәмен,
Нисәмә йыл ошо оя
Осора ҡошсоҡтарын.
Изге ерем – изге шишмәм
Бар донъяға билдәле,
Унда килгән һәр бер кеше
Сихәт ала тәненә.
Билдәле шәхестәрем дә
Ошо ауылдыҡылар:
Береһе шағир, береһе әртис
Маҡтауға лайыҡ улар.
Ауылымда барлыҡ кеше
Һөйләшә үҙ телендә,
Үҙ теле ул – әсә теле,
Ул булыр башҡорт теле!
Бына шундай ауылдаштар
Бар яҡлап та килгәндәр.
Һүҙгә үткер, эшкә етеҙ,
Илсеғолдар тиһендәр!
Әлфинә ҠОТОШОВА, Илсеғол башҡорт гимназияһы, 3-сө синыф.
Фото: wikimapia.org
Читайте нас: