+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Август 2020, 21:00

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурс №6

МИНЕҢ БАШҠОРТОСТАНЫММинең Башҡортостаным – нурлы ил!Минең Башҡортостаным – бай ил! Башҡортостаным сәсән телле ил,Ғорур, бай тарихлы тыуған ил!

Яугир рухлы атай-олатайҙарыбыҙ
Борон бында ғүмер кисергән.
Күпте күргән һөйөклө атайсал...
Ғорурлыҡта илгә нам биргән.
Ҡараһаҡал, Батырша, Кусимов
Салауат, Зәки, Шайморатов,
Шәйехзада, Рудольф Нуриев та
Арҙаҡлы шәхес – ватандаштар!
Бик йәмле, күркәм бер ни тиклем ул
Ҡырыҫ та туған тәбиғәте.
Һоҡланып та йырлап та бөтмәҫ кеүек...
Еремдең был нурлы биҙәге.
Йырлап аҡҡан шишмәләр, йылғалар,
Мәғрүр тауҙар, ғорур ҡаялар.
Кейек-ҡоштарға бай урмандары,
Башҡорт баллы умарталыҡтар.
Ауылдар, ҡасаба һәм ҙур ҡалалар,
Ҡара алтын, шахта, рудниктар.
Иркен баҫыуҙар, дала – бөтәһе ...
Республикабыҙҙың ҡеүәте.
Тау башында Өфө - баш ҡалабыҙ,
Уның парктары, һәйкәлдәре!
Мөһабәт скульптура – һанап ҡара.
Тарихтың йәнле бай биттәре!
Дания ҠУЖИНА.
Хәйбулла районы,
Үрнәк ауылы.
Читайте нас: