Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Август 2020, 20:02

Рәсимә УРАҠСИНА исемендәге конкурс, №5

ТЫУҒАН ЕРЕМ ХАЗИНАҺЫЯратты ул тыуған ерҙеңТауҙарын, урмандарын.Ышанып тапшырҙы беҙгә“Йомро-йомро ер шары”н.

“Бәпес ҡоймағы”нан да ул
Ауыҙ иттерҙе беҙҙе.
“Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа” тип,
Юлды күрһәтеп бирҙе.
Тәмле-татлы тәмлекәстәр
Өләште ул халҡына.
Урал ерҙә йәннәт булһа,
Үҙе булды хазина.
Тыуған ерен мәңге данлап
Типте шағир йөрәге.
Сал Уралдың ҡаяһылай,
Йәшәй ерҙә уның ижады.
Йәсмин ИСМӘҒИЛЕВА.
Белорет районының Асы ауылы.
Читайте нас в