+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Август 2020, 13:50

ШӘЙЕХЗАДА ШАҒИРҘЫҢ ШИҒЫРҘАРЫН ЯТЛАП, ҠИММӘТЛЕ БҮЛӘКТӘР ОТ!

Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Башҡорт теле йылы уңайынан “Аҡбуҙат” балалар журналы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге видеошиғыр конкурсы ойоштора.

Ҡиммәтле бүләктәр отаһың киләме? Мәҫәлән, өҫтәл футболы? Бәлки, Ер шарының бәләкәй варианты – ГЛОБУСлы булырға теләгең барҙыр? Башҡорт халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, ятып ҡалғансы атып ҡал! Беҙҙең бүләктәр араһында уҡ-һаҙаҡтар ҙа бар!
Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Башҡорт теле йылы уңайынан “Аҡбуҙат” балалар журналы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге видеошиғыр конкурсы ойоштора.
Беҙҙең ярышта ҡатнашыу өсөн:
1) Атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың бер шиғырын ятлап, видеоға төшөр һәм ошо яҙма аҫтына һал!
2) БАШҡорт балаларының Баш журналы – “АҠБУҘАТ”ҡа яҙыл һәм квитанцияһын фотоға төшөрөп, шулай уҡ комментарийҙарға беркет!
3) Ошо яҙмаға лайк ҡуй һәм үҙ сәхифәңә күсер!
4) Бәйләнештә селтәрендә “Аҡбуҙат”, Республика халыҡ ижады төркөмдәренә яҙыл:
https://vk.com/journal_akbuzat
25 августа ЗАМАНСА БҮЛӘКТӘР, ГЛОБУС, УҠ-ҺАҘАҠТАР, ТУПТАР хужалары билдәле булыр!
Лауреаттар 29 августа Шәйехзада шағирҙың ата-бабалары төйәге – Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында үтәсәк байрамға саҡырыла һәм дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр шунда тапшырыласаҡ!
#Аҡбуҙат#Республика халыҡ ижады үҙәге #Сәсәндәр үҙәге#kurultaibashkir
Читайте нас: