+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Июль 2020, 20:20

Силәбе өлкәһендә балалар яҙыусыһы Кәтибә Кинйәбулатова көндәре үтә

ЯРЫШТА БӘЛӘКӘСТӘР ҘӘ ҠАТНАША АЛА

Әҙибә, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Кәтибә Кинйәбулатова көндәре уҙғарыласаҡ.
Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Силәбе өлкәһенең Мәғариф һәм фән министрлығы (килешеү буйынса), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Силәбе өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге (килешеү буйынса), Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы (килешеү буйынса).
Конкурста башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, 1-се-11-се класс уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша ала.
Сара 14-18 сентябрҙә Силәбе өлкәһенең 2-се Арғаяш мәктәбендә үтәсәк. Уҡытыусылар Кәтибә Кинйәбулатова ижадына арналған иң шәп дәрес үткәреү буйынса ярышһа (видеояҙма), йәш шағирҙар, Кәтибә Кинйәбулатова әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса ижади бәйгеләрҙә көс һынашасаҡ.
Бәләкәстәр араһында “Аҡбуҙат” журналы үҙ бүләген дә булдыра! Конкустың положениеһы менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары сайттарында танышырға була.
Читайте нас: