+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Июль 2020, 17:30

Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә!

Был конкурста ҡатнашыу өсөн "Аҡбуҙат" журналына яҙылырға һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмдәренә инеү кәрәк!.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Дәүләкән районы хакимиәте һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы менән берлектә Рәсимә
Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан итә.
Маҡсаттары һәм талаптары: Интернет селтәрендә башҡорт телен популярлаштырыу,балаларҙың иғтибарын Рәсимә Ураҡсина ижадына йәлеп
итеү, киң ҡатлам уҡыусыларҙы башҡорт телендәге әҫәрҙәр уҡыуға, яҙыуға йәлеп итеү
Конкурстың ойоштороусылары
  1. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
  2. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы
  3. Дәүләкән районы хакимиәте
  4. “Аҡбуҙат” балалар журналы
  5. Конкурстың шарттары:
    Конкурста Башҡортостан, Рәсәй төбәктәрендә, Ер шарының теләһә ҡайһы ҡитғаһында йәшәгән башҡорт балалары ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Унда ҡатнашыу өсөн һәр кем
    Башҡорт теле йылына арналған берәр шиғырын ебәрә ала. Әҫәрҙәр шулай уҡ тыуған ил, тыуған ер тураһында, йәнә ирекле темаға ла булыуы ихтимал. Иң мөһиме – башҡорт теленең матурлығы сағылдырыу һәм "Аҡбуҙат" журналына яҙылыу.
    Әҫәрҙәрҙе түбәндәге адресҡа һалырға кәрәк:
    Уңышлы әҫәрҙәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Аҡбуҙат” журналының сәхифәһендә баҫыла барасаҡ.
    Конкурсты үткәреү ваҡыты: балаларҙы матур бүләктәр һәм Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия көтә. Конкурс 15 сентябргә тиклем бара. Һөҙөмтәләр баһалама ағзалары
    тарафынан социаль селтәрҙәрҙә, мәғлүмәт сығанаҡтарында иғлан ителәсәк.
    Читайте нас: