-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2023, 10:33

"Туған тел" 45 телдә яңғыраны

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың үлемһеҙ "Туған тел"е Бөтә донъя шиғриәт көнөндә 45 телдә яңғыраны — республикабыҙҙың Милли китапханаһында был шиғырҙың тәржемәләрен туплаған йыйынтыҡтың исем туйы үтте. 

"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны

"Аҡбуҙат" журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Бст каналының дөйөм проекты булған китап уҙған йылдың аҙағында донъя күрҙе. Авторҙары — шағирә, журналист, тәржемәсе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина һәм Беларусь Республикаһынан шағирә, тәржемәсе Светлана Быкова.

Китаптың исем туйында "Туған тел" шиғырын донъя телдәренә тәржемә иткән шағир-тәржемәселәр, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Республика башҡорт гимназия интернаты уҡыусылары, балалар ҡатнашты. Сараны йырҙары менән Филүс Бөркөт һәм Тимур Йосопов биҙәне. Тимур Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған "Умырзая" йыры менән ҡыуандырһа, Филүс илһөйәр рухтағы йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне.

Джалил Балоглан "Туған тел" шиғырын әзербайжан һәм талыш телдәренә тәржемә иткән. Ул үҙенең сығышында был тәржемәләрҙе уҡып ҡына ҡалманы, туған телдең һәр халыҡтар өсөн мөһим булыуын, Рәми Ғариповтың башҡорт халҡын ғына түгел, башҡа милләттәрҙе лә һәләте, шәхесенең асылы, ижады менән әсир итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сапармурат Шанглиев Рәми Ғариповтың шиғырын төркмән телдәренә тәржемә иткән. Ул үҙенең сығышында Лариса Абдуллинаға, Милли китапхана хеҙмәткәре, ошо сараның ойоштороусыһы Нәсимә Туҡаеваға Башҡортостандың төркмән милли-мәҙәни үҙәгенән Рәхмәт хаттары ла тапшырҙы.

Был фәһемле сараға балалар килмәһә, уның әһәмиәте лә әҙ булыр ине. Башланғыс класс уҡыусылары исем туйына йәм өҫтәне, "Туған тел"шиғырының русса тәржемәһен сиратлап ятлап та ишеттерҙеләр. Рәми Ғариповтың башҡа шиғырҙарын уның исемендәге гимназия уҡыусылары ла яттан һөйләне.

"Туған тел"де руссаға тәржемә иткән шағирәләр Светлана ЧураеваКристина Андрианова-Книга ла сараны йәмләне. Улар тәржемәләрҙе уҡып ҡына ҡалманы, үҙҙәренең Рәми Ғариповҡа, шиғриәткә булған мөнәсәбәттәре менән уртаҡлашты, тамашасылар менән аралашты.

— Рәми Ғарипов — һәр ерҙә үҙ һүҙен әйтеп ҡалдырған шағир. Заманында тап уның уяулығы милли матбуғатты ҡотҡара, башҡорт ҡына түгел, башҡа милләттәрҙең дә гәзит-журналдары айырым баҫма булараҡ һаҡланып ҡала, - тине китапты баҫмаға әҙерләгән, исем туйын ойошторған Лариса Абдуллина.

Бындай күркәм сараның тап Бөтә донъя шиғриәт көнөндә уҙыуы юҡҡа түгел. Рәми Ғарипов үҙе лә ғүмере буйы шиғриәт тип кенә түгел, башҡорт теле, башҡорт халҡы өсөн янып-ярһып йәшәй, заманының иң мәшһүр шағиры итеп таныла. Хәйер, заманының ғынамы икән? Ул үҙен киләсәк шағиры тип атай, һәм үҙе киткәс тә, һаман китаптары сығыуы, бигерәк тә "Туған теле"нең 45 донъя теленә тәржемә ителеп донъя күреүе быға дәлил. Был изге уйҙы бойомға ашырғандар ҙа Рәми Ғарипов кеүек иленә, теленә, халҡына тоғро кешеләр, ысын ижадсылар.

"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
"Туған тел" 45 телдә яңғыраны
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: