-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2023, 10:19

МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар үҙәгендә "Әлифба" 291-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре "Аҡбуҙат" журналы менән осрашты.

МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН
МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН

Осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина, яуаплы сәркәтибе Миңлегөл Тайсина, бүлек мөхәррирҙәре Миләүшә Ғәйфуллина, Айгөл Ғәбитова балалар менән аралашты. Уларҙың барыһы ла кескәйҙәр өсөн ижад итә, йәңле әңгәмәнән тыш, шиғырҙары менән дә бүлеште.

— Әйҙә һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ, - тине әңгәмә башында Лариса Хашим ҡыҙы, - беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ?
— Башҡортостан! - тип дәррәү яуапланы балалар. Улар шулай уҡ баш ҡалабыҙ Өфө, илебеҙ Рәсәй икәнлеген дә яҡшы белә.
Кескәй дуҫтарыбыҙ батырҙарҙы ла һанап үтте: кемдер Ҡамыр батыр, кемдер Салауат Юлаев, ә кемдер Александр Матросовты атаны.
Кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡайһы берҙәре сүрәләрҙе, доғаларҙы ла яттан белә икән. Һөйләп тә күрһәттеләр, Лариса Хашим ҡыҙының шәжәрәгә, Рамаҙан айына ҡағылышлы һүҙҙәрен дә иғтибар менән тыңланылар. Уйлап ҡараһаң, бик мөһим ҡиммәттәр хаҡында һүҙ бара, ә шул уҡ ваҡытта әңгәмә еңел һәм балаларса бер ҡатлылыҡҡа ҡоролоуы менән кескәй дуҫтарыбыҙҙың иғтибарын йәлеп итте.

Миңлегөл Тайсина балалар баҡсаһы хаҡында шиғыр уҡыны, Миләүшә Ғәйфуллина ла ижади күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе, балаларҙың ҙурайғас кем булырға йыйыныуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Кемдер ашнаҡсы, кемдер полицейский, кемдер ҡотҡарыусы, кемдер рәссам — бына ниндәй етди кешекәйҙәр килгән икән осрашыуға!

Айгөл Ғәбитова аттар хаҡында һөйләне, Аҡбуҙаттың башҡорт халыҡ ижадында төрлө сит ил йәнһүрәттәренә ҡарағанда ла ҡыҙығыраҡ һүрәтләнеүе хаҡында әйтеп үтте, сығышын да атай һәм ат хаҡында шиғыры менән тамамланы. Лариса Абдуллина ла хушлашыр алдынан балаларға ауылға өләсәһенә йыйынған Азамат исемле малай хаҡында шиғырын уҡыны.

Балалар менән мөһим ҡиммәттәр хаҡында уларҙы ялҡытмайынса, тап кескәйҙәр телендә мауыҡтырғыс итеп ҡоролған әңгәмәгә сорналған осрашыу һуңында күмәкләшеп фотоға төштөләр, дуҫ булырға вәғәҙә бирешеп таралыштылар.

МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН
МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН
МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН
МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН
МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН
МӨҺИМ ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА БАЛАЛАР ТЕЛЕ МЕНӘН
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: