Ошо сара сиктәрендә "Аҡбуҙат" журналы 15-се һанлы "Гүзәл" башҡорт балалар баҡсаһындағы кескәй дуҫтары менән осрашты. Баҡсала йәмғеһе ун бер төркөм эшләй, уларҙың бишәүһе — башҡорт төркөмдәре. Араларында берәүһе бигерәк матур исем йөрөтә: "Аҡбуҙат"! Улар тәбрикләне лә инде журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллинаны һәм бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитованы.
Балалар тәрбиәселәре Зөлфирә Абдулова менән "Аҡбуҙат" журналына сәйәхәт формаһында бай концерт тамашаһы әҙерләгән: йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, уйын да уйнап күрһәттеләр, башватҡыстар ҙа систеләр. Самира Ғәббәсова исемле әүҙем ҡыҙ "Урал батыр" эпосын яттан һөйләне. Ете йәшлек Самира бигерәк белдекле ҡыҙ булып сыҡты: Лариса Хашим ҡыҙының тыуған ер, батырҙар, шәжәрә, дин тураһында биргән һорауҙарына яуабын тыпылдатып ҡына ултыра. Самира баҡсаға ҡустыһы менән йөрөй. Ике йәшлек Әмирхан шиғыр ятлап ишеттерҙе.
Ошо уҡ һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән балалар Лариса Абдуллина ҡулына журнал менән бүләккә уйынсыҡтар алып ҡыуанды. Айгөл Ғәбитова уларға балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын уҡыны.
Осрашыуҙың айырым бер биҙәге ҡасандыр ошо "Гүзәл" балалар баҡсаһына йөрөгән, хәҙер инде Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класында уҡыған Самир Латыповтың сығыштары ине. Самирҙың исеме Мәләүездә генә түгел, Башҡортостанда ла йыш яңғырай: төрлө ҙур бәйгеләрҙә ҡатнашып урындар яулай ул. Бар яҡтан да һәләтле: өҙҙөрә баҫып бейей ҙә, моңло итеп йырлай ҙа, тасуири шиғырҙар ҙа һөйләй, ҡурайҙа "Урал"ды ла уйнай.
"Дүрт ҡанаты бар уның", - тиҙәр яҡташтары Самир хаҡында.
Әйткәндәй, Самир туған баҡсаһына күп сығыштарына кейеп йөрөгән, хәҙер инде бәләкәстәргә милли кейемен алып килеп, уны үҙе һайлап һалдаттар тураһында йыр йырлап дәртләндергән, бәләкәй булһа ла, егеттәргә хас етдилек бөркөлгән Нуриман исемле малайға бүләк итте.
Лариса Абдуллина баҡсаның мөдире Алһыу Байсароваға башҡорт халҡының телен, йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлауҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәткәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ысынлап та, телде, мәҙәниәтте, рухты үҫтереү тап балаларҙан, балалар баҡсаһында бирелгән тәрбиәнән башлана бит.
Атайсалға, Кесе Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек тойғоһо ла кешеләргә бала саҡтан һалынған кеүек.