-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2023, 10:30

"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене

Ағиҙел ҡалаһында "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә, журналист, тәржемәсе Лариса Абдуллина менән ижади осрашыуҙар уҙҙы. 

"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене
"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене

Сараларҙа шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппаратының баш белгесе, "Без — башҡортлар" төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе, тарихсы Радик Бахтиев, журналдың бүлек мөхәррире, шағирә, журналист Айгөл Йәмилева-Ғәбитова ҡатнашты.

Беренсе осрашыу, әлбиттә, балалар менән булды. Балалар баҡсаһы, башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашлығындағы сара йәнле әңгәмәгә үрелеп барҙы. Лариса Абдуллина балаларға туған тел, тыуған ер, батырҙар, шәжәрә һәм динде белеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләһә, Радик Бәхтиев ырыуҙар картаһы ярҙамында башҡорттарҙың 47-гә яҡын ырыуҙарға бүленеүе, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының тарихы хаҡында бәйән итте.
Айгөл Ғәбитова балалары күберәк китап уҡырға тәҡдим итте, үҙенең бала сағында смартфонды "Аҡбуҙат" журналы алмаштырыуы хаҡында ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарға йыр йырлап ишеттерҙе, мәктәп уҡыусылары Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын яттан һөйләне. Уларҙың Лариса Хашим ҡыҙына һорауҙары ла етерлек ине.

"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене
"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене
"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене
"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене
"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Ағиҙел ҡалаһында елпене
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: