Милли аш-һыу башҡорттарҙа малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Туҡланыуҙа һөт һәм һөттән яһалған төрлө ризыҡтар мөһим аҙыҡ булған. Һөттө айыртып, ҡаймаҡ, ҡаймаҡтан май яһағандар. Ҡышҡылыҡҡа сейә майлағандар. Айыртылған һөттән ҡатыҡ ойотҡандар. Уны күп итеп йыйып ҡайнатып, ҡорот эшләгәндәр. Ҡатыҡтан йәй көндәрендә айран яһап эскәндәр. Ул һыуһынды ҡандыра.
Башҡорттарҙың милли аш-һыуында итле ризыҡтар ҙур урын тотҡан. Иттән тултырма, ҡаҙы эшләгәндәр, бишбармаҡ, һалма бешергәндәр. Итле аштан һуң ҡоротлап һурпа эскәндәр.
Борон-борондан башҡорттарҙың көндәлек ризығында иген аҙыҡтары урын алған. Ҡурмас, талҡан эшләгәндәр, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, күмәс һәм башҡа ризыҡтар бешергәндәр.
("Башҡорт халыҡ аштары" китабынан)