+25 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июнь 2022, 18:10

Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?

Мәскәүҙәге Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһында үткән "Милли мәҙәниәт секторының үҫеше" III Дөйөм Рәсәй конференцияһында "Аҡбуҙат" үҙ һүҙен әйтте. 

Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?
Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?

Мәскәүҙәге Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһында "Милли мәҙәниәт секторының үҫеше" III Дөйөм Рәсәй конференцияһы уҙҙы. Ул Рәсәйҙең биш йөҙҙән ашыу төбәгенән 700 ҡатнашыусыны ҡабул итте. Сараның маҡсаты халыҡтар дуҫлығын нығытыуға,  милләт-ара тәжрибә уртаҡлашыуға, туған телдәрҙе, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн тәғәйен стратегиялар булдырыуға ҡайтып ҡала.

Конференцияны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар ассамблеяһы, Йәмәғәт Палатаһы вәкилдәре сәләмләне.

Сара төрлө майҙансыҡтарға бүленеп эшләне: береһендә мәҫәлән нисек грант алыу, конкурста еңеп сығыу өсөн нисек проект өҫтөндә эшләү хаҡында һүҙ барһа, икенсе майҙансыҡта IV Бөтә Рәсәй милләт-ара мөнәсәбәт буйынса уҙғарылған конкурс еңеүселәре үҙ эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, был конкурс еңеүселәре араһында Башҡортостан да бар – уңыш “Миграция” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһына йылмайған.

Был ойошма мигрант-балалар өсөн “Тәнәфес” исемле махсус мәктәп асҡан,  белем биреү үҙәгендә Башҡортостанға күсеп килгән ғаиләләрҙәге балалар шөғөлләнә. Һуңғы арала илдәге ваҡиғалар арҡылы был проекттың әһәмиәте тағы ла артҡан.

Кәңәшмәләрҙән тыш, конференция сиктәрендә төрлө оҫталыҡ майҙансыҡтары ла эшләне. Төрлө милләттәрҙең кейемдәренә “кейендерелгән” ағас матрешкаларҙы буяу, төрлө халыҡтарҙың милли биҙәүестәрен, ҡурсаҡтар эшләү, теге  йәки был халыҡтың милли уйынын уйнау һәр ҡатнашыусыға төрлө милләттәрҙең үҙенсәлектәрен нығыраҡ тойорға ярҙам итте.

Палатаһында "Милли мәҙәниәт секторының үҫеше" III Дөйөм Рәсәй конференцияһы сиктәрендә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фәнни-ғәмәли конференция ла уҙҙы. Тап ошо өлөштә миңә, Рәсәйҙең тел активистары берләшмәһенең Башҡортостандағы вәкиле булараҡ, телмәр тоторға насип булды.

- Туған телгә һөйөү бишектән, бала саҡтан һалына. Мин эшләгән “Аҡбуҙат” республика балалар журналының да төп, туранан-тура маҡсаттарының береһе – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, сөнки ул һәр кескәй башҡортта милли үҙаң тәрбиәләй, - тип башланым мин үҙ сығышымды.

Конференцияға Рәсәйҙең төрлө республикаларынан, өлкәләренән йыйылғандарҙы “Аҡбуҙат” журналының эстәлеге, уның Мәскәү башҡорттарына арналған махсус һаны ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ “Аҡбуҙат” бойомға ашырған төрлө видеопроекттар хаҡында ла һүҙ алып барҙым. 

Рәсәйҙең Йәмәғәт Палатаһының Милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрен яйға һалыу комиссияһы рәйесе Владимир Зорин Рәсәйҙең һәр республикаһында һәм өлкәһендәге ерле халыҡтарҙың туған телдәренең дәүләт кимәлендә танылыуының мөһимлеген, ә балаларға телдәрҙе мәктәптә дәрес булараҡ өйрәнеүҙең кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Туған телдәрҙе һаҡлауҙы йәш быуындан башлау ғәмәлен бойомға ашырған ҡатнашыусылар етерлек – мәҫәлән, шул уҡ берләшмәлә Марий Эль республикаһының вәкиле булған Анна Новоселова Звенигов балалар ижады үҙәгенең директор урынбаҫары булып та эшләй, йәш милли блогерҙар мәктәбен дә етәкләй. Ул балаларҙы тап уйын ярҙамында туған телдәренә һәм туған мәҙәниәттәренә ылыҡтырыу өҫтөндә эшләй.

- Уйындар нимәне булһа ла өйрәнгәндә иң уңышлы алымдарҙың береһе булып тора. Балалар донъяны тап уйын ярҙамында өйрәнә, тимәк, туған телдәргә лә уйын ярҙамында ылыға ала, - ти Анна.

“Туған тел”, “Мари улам”, “Чемари эҙҙәре буйлап” тигән үҙҙәре уйлап сығарған өҫтәл уйындары буйынса улар мари балаларында милли үҙаң тәрбиәләй.

Йәш милли блогерҙар мәктәбе сиктәрендә балалар мари халҡының милли үҙенсәлектәрен сағылдырыу, уларҙы донъяға, Интернет киңлектәренә таратырға өйрәнә икән.

Анна ла, мин дә, Рәсәйҙең тел активистары берләшмәһенең башҡа ағзалары ла ноябрь айында Мордва республикаһында үткән Бөтә Рәсәй блог-турында таныштыҡ, был берләшмә лә шул проекттың емеше булараҡ барлыҡҡа килде. Берләшмә үҙҙәренең туған телдәренең һағында торған, шәхси блогтары, йә иһә эшләгән урындары ярҙамында милли мәҙәниәттәрен, тарихтарын киң массаға танытҡан әүҙем йәштәрҙе туплаған. Төҙөүсеһе – Милләт-ара мөнәсәбәт ресурс үҙәгенең Матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анжелика Засядько.

Бөтә Рәсәй блог-туры сиктәрендә иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәти посттар яҙып еңеүгә өлгәшеүем, дипломға лайыҡ булыуым көтөлмәгән ҡыуаныс булһа, “Аҡбуҙат” журналының исеме Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһында яңғырауы, башҡа милләттәрҙе лә ҡыҙыҡһындырыуы – икеләтә шатлыҡ.

Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?
Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?
Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?
Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?
Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?
Балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү нимәнән башлана?
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: