+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2022, 16:20

"Аҡбуҙат" журналы - 282-се балалар баҡсаһында

Өфө ҡалаһының Һәҙиә Дәүләтшина бульварында урынлашҡан 282-се балалар баҡсаһында матур сара үтте. Уны "Аҡбуҙат" башҡорт төркөмөнөң тәрбиәсеһе Наилә Зәйнетдин ҡыҙы Ниғмәтова ойошторҙо. Балалар шиғырҙар ятланы, йырланы.  

"Аҡбуҙат" журналы - 282-се балалар баҡсаһында
"Аҡбуҙат" журналы - 282-се балалар баҡсаһында

Өфө ҡалаһының Һәҙиә Дәүләтшина бульварында урынлашҡан 282-се балалар баҡсаһында күңелле сара үтте. Уны "Аҡбуҙат" башҡорт төркөмөнөң алыштырғыһыҙ тәрбиәсеһе Наилә Зәйнетдин ҡыҙы Ниғмәтова ойошторҙо.

Төркөм бик матур итеп йыһазландырылған. Милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар, төрлө үҙенсәлекле ҡул эштәре, тәбиғәт мөйөшө төркөмгә йәм өҫтәй. 

Кескәй дуҫтарыбыҙ Наилә апайҙары өйрәткән шиғырҙарҙы оҫта итеп һөйләне, конкурсҡа әҙерләгән йырҙарын йырланы. Һәр береһе тырышып, һөнәрен күрһәтергә әҙерләнеп килгән. Балалар баҫмабыҙҙы яратып уҡыйҙар, көтөп алалар икән! Айырыуса һүрәт-буямдары, ҡырҡып эшләй торған биттәре оҡшай, тинеләр.

Баҡсала татыу, берҙәм коллектив ҡулға-ҡул тотоноп эшләй. Етәкселәре Айгөл Фәррәх ҡыҙы Шәрәфетдинова һәм өлкән тәрбиәсе Зөлфиә Зөфәр ҡыҙы Юлбирҙина тырыш, маҡсатлы тәрбиәселәр ярҙамында балалар баҡсаһында рухи тәрбиә биреүгә күп көс һала. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулайҙар.

282-се баҡсаға йөрөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө ярыштарҙа ҡатнашып тора. Атай-әсәйҙәр ҙә бик әүҙемдәр, улар баҡса тормошона бик теләп үҙ өлөшөн индерә.

Баҡсанан йәнлелек, йылылыҡ бөркөлөп тора. Кескәйҙәр был йортҡа һәр иртә һайын ашҡынып килә!

 Журналдың яуаплы секретары Миңлегөл Тайсина балаларға бүләктәр таратты, баҫма  тураһында һөйләне. Осрашыу йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

282-се баҡсаға уңыштар, бейеклектәр теләйбеҙ!

 

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас: